Рим Баҡыевтың ҡабатланмаҫ эштәре менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Рим Шиҙәт улы менән Әлиә Рәмил ҡыҙы Баҡыевтар ҡорған нигеҙ алыҫтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ҡунаҡсыл хужалар янына тиҙерәк үтеп танышыу, аралашыу хистәрен уята.
Ихата алды ағас түмәрҙе биҙәп тәбиғәт күренештәрен сағылдырған паннолар, ошо төйәктә йәшәгән ҡырағай йәнлектәр һөлдәһе менән биҙәлгән.
Йорт-ҡураһын биҙәү өсөн оҫта төрлө станоктар һәм хеҙмәт ҡоралдары ҡуллана. Башта ағасты йыша, тигеҙләй. Унан һуң ғына бөтә фантазияһын эшкә егә.
Ағас һырлау оҫтаһы Рим Баҡыев халыҡ кәсебенә 15 йыл элек тотонған. Башта ябай өҫтәл, ултырғыстар яһаған, ә әлеге ваҡытта заманса ысулдар ҡулланып үҙенсәлекле дизайн менән йорт йыһаздары етештерә.
Тормош иптәшенә юбилейы уңайынан үҙ ҡулдары менән ижад ителгән йорт йыһаздары оҡшағас, оҫта тағы ла илһамланып ижадҡа тотона.
Ә быныһы уның тәүге эштәренең береһе. «Тәүге эш ҡарышманы, бар яҡлап та ыңғай киллде, ти оҫта ҡуллы хужа. Хеҙмәт ветераны, һөнәре буйынса мал табибы хаҡлы ялда күңеленә ятҡан шөғөлө аша, яҡындарын, яҡташтарын ҡыуандыра.
Үҙенсәлекле дизайн менән биҙәлгән ишектәр, аркаларҙа һырлап эшләнгән еләк-емештәр,зауыҡ менән биҙәлгән кейем шкафтары, йәнлек һындарына Рим Шиҙәт улы ижади ҡомар, башҡаларҙа булмаған биҙәктәр уйып, юғары сәнғәт әҫәре кимәленә еткергән.
Гүзәл Борханова