Өфөлә халыҡ-ара һүрәттәр конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Ҡаҙағстан Башҡортостан балалары күҙҙәре менән. Өфөлә халыҡ-ара һүрәттәр конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ижади бәйгелә республика район-ҡалаларынан малай-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Конкурс сиктәрендә Ҡаҙағстан балалары һүрәттәрендә башҡорт мәҙәниәтен дә сағылдырған. Ҡабул ителгән 300-ҙән ашыу ижади эштәрҙә халыҡтарҙың тарихын, ауыҙ-тел ижалына ҡағылған образдарҙы күрергә мөмкин.

Туғандаш республиканан килгән ижади эштәр әлегә - Өфөлә, ә Башҡортостан балалары төшөргәндәре Астанала һаҡланасаҡ. Улар менән Башҡортостан республикаһы көнөндә махсус күргәҙмәлә танышырға мөмкин буласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында күрше төбәк вәкилдәре онлайн бәйләнешкә сығып, өфөләргә ижади номерҙар күрһәтте. Конкурс ике республика араһындағы дуҫлыҡты, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, быйыл Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында сауҙа өлкәһендә хеҙмәттәшек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға 30 йыл тулды.