Әбйәлил районынан Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона зәңгәр яғыулыҡ инде

Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан физик мөмкинлектәре сикләнгән ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона зәңгәр яғыулыҡ инде. Газды үткәрергә беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ярҙам иткән. Был изге бурысты атҡарып сығыуҙа уға газификациялау менән шөғөлләнгән эшҡыуар Айтуған Фәттәхов, Ҡунаҡҡоловтарҙың ауылдаштары Заһир Дауытов, Ришат Бүләкбаев ярҙам иткән. Газ плитәһе, ҡаҙанлыҡ, радиатор кеүек кәрәк-яраҡтарға аҡса битараф булмаған кешеләр ярҙамында йыйылған. Теманы ошо изге эште атҡарып сыҡҡан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә. Ул Әбйәлилгә барып, Ҡунаҡҡоловтарҙың йортондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп ҡайтты.

Гөлфиә Ҡунаҡҡолова газ үтеүгә ҡыуанып бөтә алмай. Хужабикәнең хәҙер сәйе лә тиҙ ҡайнай, ашы ла һә тигәнсе бешә. Ул Ейәнсура районы ҡыҙы, 4 йыл инде Йәнекәйҙә йәшәй, физик мөкинлектәре сикләнгән ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтарҙың уртансыһы Рафиҡтың тормош иптәше. Гөлфиә үҙе икенсе төркөм инвалиды, тыумыштан церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Зәңгәр яғыулыҡ үткәс тормош еңеләйҙе, егеттәрҙе көн һайын тәм-томдар менән һыйлайым, ти уңған ханым.

Ошоға тиклем Ҡунаҡҡоловтар аш-һыуҙы электр плитәһендә әҙерләй, өйҙө мейес яғып йылыта. Егеттәргә йыл һайын 6-7 йөк утын һатып алырға, үҙҙәренә ярырға тура килә. Хәҙер инде бар мәшәҡәттәр ҙә артта. Газ ҡаҙанлығының кнопкаһына баҫыу ҙа етә, ашарға ла бешә, өй ҙә йылый. Хужалар зәңгәр яғыулыҡты йәй булһа ла тоҡандырып ала, һыуыҡ иҙәндә имгәкләп йөрөү тубыҡты һыҙлата.

Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона газ үткәреүгә әҙерлек былтыр башлана. Тәүҙә ер участкаһы, өй теркәлә, документтар тәртипкә килтерелә. Сөнки егеттәр йортто үҙ көстәре менән 5 йыл элек һалыуға ҡарамаҫтан, бар мөлкәт 15 йыл элек мәрхүм булған аталарының исемендә тора. Идиә Ғәлимованың ярҙамы менән йорт һәм ер участкаһы егеттәр исеменә күсерелә.

Йортҡа газ миһырбанлы кешеләрҙең ярҙамы менән индерелә. Социаль селтәрҙәрҙә тейешле сумма туплана. Ойоштороу эшен Әбйәлил эшҡыуары Айтуған Фәттәхов үҙ өҫтөнә ала, ул йыйылған аҡсаға газ плитәһе, ҡаҙанлыҡ, радиатор, торбалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һатып алып Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона уҡ килтереп ҡуя. Төҙөлөш эштәрен егеттәрҙең ауылдаштары башҡарып сыға, улар бушлай төкөтмә лә эшләй, бер юлы өйгә ремонт та яһап ҡуя.

Ҡунаҡҡоловтар әйтеүенсә, хәҙер уларға ҡыштың ыжғыр бурандары ла, яҙҙың батҡаҡлы мәлдәре лә, йәйҙең йәшенле көндәре лә ҡурҡыныс түгел. Бар уңайлыҡтар - өйҙә, ҡыуанып йәшәргә генә... Тормош изге күңелле кешеләре менән матур, ти егеттәр.

Ҡунаҡҡоловтарҙың йортон хәҙер танырлыҡ та түгел, өйгә зәңгәр яғыулыҡ та, һыу ҙа, канализация селтәре лә үткән. Ә иң мөһиме ағалы-ҡустылы өс туғандың йәшәүгә дәрте, ынтылышы көсәйгән. Хәҙер улар тағы ла матурыраҡ итеп донъя көтөргә тырыша, тирә-йүндәгеләрҙең ышанысы, ярҙамы егеттәрҙе яңы уңыштарға ҡанатландырған.

Рәмзиә Кәримова