Автоуҙыш быйыл 6 июлдән 15-нә тиклем ойошторола. Ул Ҡазанда башланды. Бөгөндән 10 июлгә тиклем ралли-рейдта ҡатнашҡандар Башҡортостанда була. Тәүҙә Өфөлә тантаналы хәрәкәт һәм туҡталыш яһала. Артабан ярыш Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура биләмәләре буйлап дауам итә. Һуңынан автомобилдәр Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Волгоград, Липецк өлкәләренә сыға. Финиш 15 июлдә Мәскәүҙә була. “Ебәк юл” халыҡ-ара ралли-рейдтың оҙонлоғо 5 мең километр.