Өфөлә ҡотҡарыусылар һыуға бата яҙған ирле-ҡатынлыға ярҙам иткән

Баш ҡала граждандарҙы яҡлау идаралағынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Өфө йылғаһында теркәлгән. Ғаилә дуҫтары менән яр буйында спиртлы эсемлектәр ҡулланып ял иткән. Ирле-ҡатынлы рөхсәт ителмәгән урында һыу инергә булған, әммә алыҫҡа йөҙөп киткән һәм уларҙы ағым менән алып китә башлаған. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа рәсми пляждарҙа ғына һыу инергә, эскән килеш йөҙмәҫкә кәңәш итә.