Балаҡатай районы Атарша ауылында модулле ФАП төҙөлә

Төбәктәрҙә беренсел медицина звеноһы модернизациялана. Балаҡатай районы Атарша ауылында йәшәүселәр тиҙҙән яңы модулле ФАП-та дауалана, сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Эльвира Суханова Силәбе өлкәһендә Һатҡы медицина техникумын тамамлаған. Башта 4 йыл Екатеринбурта 24-се дауаханала тәжрибә туплаған. 2016 йылда тыуған ауылы Атаршаға фельдшерлыҡ пунктына эшкә ҡатҡан. Бында шарттар ҡаланыҡынан күпкә ҡайтыш, уңайлыҡтар юҡ, 7 йылдан ашыу шыҡһыҙ биналала эшләргә тура килгән.

Иртә менән өлкән йәштәгеләр фельдшерға күренергә ашыға. Ҡан баҫымы юғары булыуға зарланусылар, консультация алырға теләүселәр - бөтәһе лә Эльвира Суханова йөҙөндә хәстәрлек һәм ышаныс таба. Медицина хеҙмәткәренән тыш, ауыл кешеләре лә бөтә уңайлыҡтары булған модулле фап асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Үткән аҙнала ҡоролған модулле фап күршелә генә урынлашҡан. Унда төпкөлдә йәшәүселәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар буласаҡ. Пациенттарҙы ҡабул итеү зонаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау кабинеты, прививка, процедуралар бүлмәһе, яңы тыуған бәләкәстәр өсөн дә айырым уңайлыҡтар ҡаралған.

Тиҙҙән был кабинеттарға район үҙәгенән медицина ҡорамалдары, мебель, һыуытҡыстар килтереләсәк. Ауыл халҡының яңы шарттарҙа беренсе медицина ярҙамы аласағына ҡыуаныстары сикһеҙ.

Атарша ауылындағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. 70 квадрат метрлыҡ бина 5 көн эсендә ҡоролған. Бында халыҡҡа сифатлы мелицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа буласаҡ. Лицензия әҙер булыу менән, фап яңы бинаға күсәсәк тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова