«Китап» нәшриәтендә балаларға баҫма продукцияны донъяға сығарыу процесы күрһәтелде

Ҡулъяҙманан әҙер китапҡа тиклем. «Китап» нәшриәте буйлап экскурсияла ҡатнашыусыларға баҫма продукцияны донъяға сығарыу процесы күрһәтелде.

«Ижади лаборатория» арт-лагеры балалары Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән танышты. Малай-ҡыҙҙар эскиздар эшләү, гәзит-журнал һәм дәреслектәрҙең нисек йыйылыуын, һүрәттәрҙе урынлаштырыу тәртибе менән танышты. Бай йөкмәткеле экскурсиянан һуң викторина уйыны ла ойошторолдо.