Яугирҙарға ҡымыҙ һәм мәтрүшкәле сәй. Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн гуманитар ылау оҙатты. Ылауҙы әҙерләү барышы хаҡында киләһе сюжетта.
Мәтрүшкә, үгәй инә үләне, әрем, ҡарағат япраҡтары. Хроник сирҙәрҙән файҙалы булған дарыу үләндәрен район уҡытыусылары һәм мәктәп уҡыусылары йыя. Уларҙы киптереп, пластик һауыттарға тултырып, ылауға әҙерләйҙәр. Был күстәнәс тыуған яҡ сәләме булып күңелдәрен йылытһын,-тип теләй мәғариф хеҙмәткәрҙәре.
Педагог Альбина Байғотлинаның да ағаһы - өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Посылкаға туғанының яратҡан эсемлеген - шифалы ҡымыҙҙы туңдырып һала.
Гуманитар ярҙам ебәреүҙә шулай уҡ район эшҡыуарҙары һәм фермерҙары әүҙем ҡатнашты. Был юлы ла улар көрәк, ҡаҙаҡ,балта,бензобысҡы, генераторҙар,беркеткестәр һәм башҡа кәрәк‐яраҡтар һатып алыуға үҙ өлөшөн индерә. Фермер Арыҫлан Иҫәнов бер эре мөгөҙлө мал һуйып, һалдаттарға быҡтырылған ит оҙатты.