Уға Стәрлетамаҡтан Айрат Әретҡолов эйә булды. Айрат - хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан замандашыбыҙ, ике бала атаһы.
Был турала мәғлүмәтте социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Башҡортостан - Рәсәйҙә 14 категория льготалы граждандар автоном янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын бюджет иҫәбенә алыусы берҙән-бер төбәк. Был исемлек даими рәүештә тулылана бара. 2018 йылдан алып төбәктә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ярҙамында 975 кеше ғүмере, шул иҫәптән 356 бала ҡотҡарып ҡалынған.