2016 йылдан алып был ҡоролмалар меңдән ашыу ғүмерҙе ҡотҡарған. Уларҙың һәр өсөнсөһө - бала. Янғын иҫкәртеүсе датчиктар менән тәьмин итеү тәжрибәһе илдә иң яҡшыһы тип табылған һәм башҡа төбәктәргә лә таратыу тәҡдим ителгән.
Республика халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Күп функциялы үҙәк, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайты, йәки Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге аша махсус ҡоролманы бушлай алыу өсөн ғариза ҡалдыра ала. Июндә исемлеккә тағы ике категория өҫтәлде.
Стәрлетамаҡтың янғын һүндереү часында махсус техника тапшырыу тантанаһы үтте. Республиканың алты ауыл советына тағылмалы цистерналар тапшырылды. Уларҙы тракторға тоташтырып, алыҫ һәм юлһыҙ биләмәләргә лә барып етергә мөмкин.