Быға тиклем балалар мал фермаһында булып, һөт һәм ит ризыҡтарын етештереү процесы менән танышҡан, үҙаллы икмәк бешергән. Лагерҙа һәр көн ауыл хужалығы темаһына арналған саралар менән тулы. Бөгөн балалар умартасылыҡ нигеҙҙәре менән танышты. Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Был лекцияны тыңлау менән, бал етештереү процесынын ниндәй ҙә ҡатмарлы икәненә инанаһың. Тонналап татлы ризыҡ йыйыу ошо бәләкәй генә ҡорттар ҡанатында. Нәҙекәйбилдең массаһы яҡынса 100 грамм, ул үҙ ауырлығының яртыһы тиклем нектар ташый ала. Ул ҡорттан-ҡортҡа тапшырылып, балға әүерелә. Лекция ваҡытында кескәйҙәр үҙҙәрен умартасы ролендә һынап ҡарай. 9 йәшлек Радмир Ғәлиев төтәткесте ҡулында тәүге тапҡыр ғына тотмай.
Берәүҙәр теоретик белем алғансы, икенселәр умарта эше менән яҡыныраҡ таныша. Тыныс бал ҡорттары күсен хатта, биткә селтәр кеймәйенсә ҡарарға мөмкин. Ә бына бөрйән ҡорттары кеүек уҫал нәҙекәйбилдәр менән эшләүсе умартасылар өсөн битлек һәм, иң мөһиме, төтәткес - мотлаҡ ҡорал.
Балалар араһында умартасы һөнәрен һайларға теләк белдереүселәр ҙә бар. Ә кемдер психолог, эшҡыуар булырға хыяллана. Үҙ теләктәрен балалар Стәрлетамаҡ районы башлығы менән әңгәмәлә еткерҙе. Осрашыу формаль булмаған шарттарҙа, сәй өҫтәле артында уҙҙы. Етәксе лагерь эшмәкәрлеге менән танышырға килгәйне. Үҫмерҙәр араһында уға алмаш булырға тәүәккәләүселәр ҙә бар ине.
Лагерҙа 92 бала ял итә. Аграр сменала балалар ауыл хужалығы предприятиеһында булып, иттән ярымфабрикаттар, һөт ризыҡтары етештереү процесы менән танышҡан. Планда - бәшмәк фермаһына барыу.
Алда «Башаҡ» лагеры балаларҙы шайморатовсылар һәм спорт сменаларына көтә. Урындар әлегә бар.
Рәзилә Ғиниәтуллина