Күгәрсен районы Яңауыл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларҙың яҡты иҫтәлегенә арналған таҡтаташ яңыртылды. Обелискты төҙөкләндереүгә ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтар күп көс һалған.
Яңауыл ауылы Бөйөк Ватан һуғышына 70-тән ашыу ир-егетте оҙатҡан. Уларҙың 33-сө тыуған яҡтарына Еңеү менән әйләнеп ҡайта, ҡалғандары яу ҡырҙарында мәңгелеккә ятып ҡала.
Яңыртылған таҡтаташты асыу тантанаһында ауыл халҡы, бөгөн төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар ҡатнашты. Әрүахтар рухына доға ҡылынғандан һуң, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Сарала шулай уҡ таҡтаташты төҙөкләндереүгә ҙур көс һалыусы яҡташтар тәбрикләнде