1972 йылда һуҙылған торбалар һуңғы тапҡыр 24 йыл элек ремонтланған. Әле уларҙы монтажлау эштәре башҡарылғас, яңылары һалынасаҡ. Заманса һыу үткәргес торбалар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк, тигән фекерҙә белгестәр. Туҙғандарын алмаштырыу йылытыу миҙгелендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ тип көтөлә. Йәмғеһе быйыл Өфөлә 7 меңдән ашыу йылылыҡ селтәрҙәрен төҙөү һәм ремонтлау ҡаралған. Улар араһында Аврора урамындағы селтәр - мөһим участкаларҙың береһе. Бында өр-яңы йылытыу селтәре һуҙыла.
Шулай уҡ ҡаҙанлыҡтарҙа ла төҙөкләндереү эше бара. Мәҫәлән, «Өфө инженер селтәрҙәре» ойошмаһына ҡараған 27-се ҡаҙанлыҡта торбалар алмаштырыла. Төҙөкләндереү ике этапта, йәғни август аҙағына тиклем барасаҡ. Бындағы өс ҡаҙанлыҡ 500-гә яҡын бинаны хеҙмәтләндерә.