Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Байрам уңайынан республикала оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар бүләкләнә. 70 ғаиләгә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән миҙал бирелә. Бөгөн төп саралар Бөрөлә уҙа. Ҡалала ғаилә фестивале ойошторола. Уның барышында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтә. Майҙанда күңел-асыу саралары уҙа, оҫтаханалар эшләй, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә була.