Мини-сирена ябай, әмә һөҙөмтәле. Уның ярҙамында 1 меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған

Республикала халыҡҡа ярты миллион янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бирелгән 

Мини-сирена өсөн сығымдар Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мини-сирена алыуға ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәк, шулай уҡ дәүләт комитеты рәсми сайты аша бирергә була.  Янғын иҫкәртеү үҙәгенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Көндәр эҫе тороуға бәйле, республикала янғын хәүефе һаҡлана. Белгестәр халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.