Янғын дүртенсе ҡатта урынлашҡан ике бүлмәле фатирҙа теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле, Беренсе май урамындағы күп фатирлы йорттан 6 кеше эвакуацияланған. Янғын һүндереүгә 11 кеше , 4 берәмек техника йәлеп ителә, зыян күреүселәр юҡ, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.