Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре көндәр эҫе тороуға бәйле, юлдарға һыу һибеүҙе арттырҙы

Шулай уҡ йәшел үҫентеләр һәм сәскә түтәлдәренә айырым иғтибар бүленә. Көн һайын линияға 40-ҡа яҡын махсус техника, 30 саң йыйыу машинаһы сыға. Ҡала халҡына асыҡ ҡояш аҫтында оҙаҡ йөрөмәҫкә һәм күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Ҡала пляждарында кеше күп.

Ҡотҡарыусылар махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына ял итергә саҡыра. Өфөлә 10 рәсми пляж бар, уларҙың һәр береһендә ҡотҡарыу бригадалары дежурлыҡ итә. Ял итеүселәр артыуға бәйле, Ағиҙел һәм Өфө йылғалары акваторияларына патруль ойошторолған.