Хәйбулла районы Атингән ауылында яңы иман йорто асылды

Тантанаға урындағы хакимиәт етәкселеге, дин әһелдәре, ауыл халҡы, ағинәйҙәр йыйылды. «Фәтиха» мәсете фермер Вафа Сурин башланғысы менән өс йыл элек төҙөлә башлағайны, бинаны күтәреүгә бағыусылар, изге күңелле кешеләр ҡушылған. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам иткән. Сара сиктәрендә мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, биләмәлә тәүгә аҙан тауышы яңғыраны. Шулай уҡ ҡорбан салынып, изге теләктәр әйтелде.

Дин әһелдәре билдәләүенсә, алыҫтан балҡыған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып тора. Изге йорт ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, көн дә асыҡ буласаҡ. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеү ҡаралған.