Хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр таныҡлығын алмаштыра һәм машинаһын теркәй алмай

Рәсәй Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Михаил Черников хәбәр итеүенсә, ҡасып йөрөүселәр ведомствоның мәғлүмәттәр базаһында бар. «Беҙ ундайҙарҙы дөйөм федераль системала күрәбеҙ. Бындай граждандарға дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелмәй — улар водитель таныҡлығын алмаштыра, машинаһын теркәй алмай», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.