Федераль Һауа транспорты агентлығы «Ред Вингз» авиакомпанияһына рейстар башҡарырға рөхсәт итте. Өфөнән Тбилиси һәм Кутаиси ҡалаларына аҙнаһына 7 осош ойошторола. Ҡайһы бер авиакомпаниялар Астана, Алматы, Ташкент, шулай уҡ Антальяға рейстар башҡарыу хоҡуғы алды. Бынан тыш, тиҙҙән Өфөнән Занзибарға самолет оса башлай. Африканың Танзания курорттарына аҙнаһына ике рейс асыу ҡарала.