Һүҙ һәм рух көсө! Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән физик мөмкинлеге сикләнгән ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар тураһында махсус репортаж. Инвалид коляскаһында ултырған егеттәрҙең тормошон Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сыҡҡан репортаж үҙгәртә.
Фәиз Ҡунаҡҡолов. 1971 йылдың 18 авгусында тыуған. 1-се төркөм инвалиды, йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай, телевизорҙан, интернет селтәренән нәфис фильмдар, мажаралы тарихтар ҡарай.
Рафиҡ Ҡунаҡҡолов. 1976 йылдың 22 июнендә донъяға килгән. 1-се төркөм инвалиды, гәзит-журналдар уҡырға ярата, тарихты, ауыҙ-тел ижадын яҡшы белә.
Рәфис Ҡунаҡҡолов. 1979 йылдың 27 февралендә тыуған, 1-се төркөм инвалиды, төҙөлөш, хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнә, көләмәс һөйләргә, таҡмаҡ әйтергә әүәҫ.
Гөлфиә Ҡунаҡҡолова. 1978 йылдың 23 ғинуарында тыуған, 2-сө төркөм инвалиды, церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Ейәнсура районында тыуып үҫкән, 2019 йылда Рафиҡҡа кейәүгә сыға, ашарға бешерергә, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтерергә ярата.
Әбйәлил районының хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йәнекәй ауылы. Ҡунаҡҡоловтарҙың бала сағы ошо төйәктә - Билгенделә һыу инеп, Көркәк тауында еләк йыйып, мал көтөп үтә. Егеттәр бала саҡтан шуҡ, шаян, зирәк була.
Әммә үҫмер саҡта Ҡунаҡҡоловтар бер-бер артлы аяҡтан яҙа. Табиптар уларға генетик тайпылыш тигән аяуһыҙ диагноз ҡуя, сирҙе дауалау һөҙөмтәһен бирмәй. Инвалид коялскаһындағы тормош башлана, тик һынауҙар егеттәрҙе сыныҡтыра ғына. Улар бер кемгә лә бәлә һалмай, ярҙам һорамай үҙ көстәре менән донъя көтә. Йылҡы тота, ҡош-ҡорт тәрбиәләй, картуф үҫтерә, хатта атай нигеҙендә яңы өй күтәрә.
2021 йыл егеттәргә Ҡунаҡҡолвтар үҙгәрештәр осоро тип атай. Ауылға ваҡытлыса эшкә килгән мәҙәниәт хеҙмәткәре Идиә Ғәлимова «Йәнтөйәгем - минең Йәнекәй» байрамын ойоштора. Тап ошо сарала Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы журналист Рәхимә Мусинала ҡыҙыҡһыныу уята, ул мәҡәлә яҙып егеттәрҙе «Осҡон» гәзите, социаль селтәрҙәр аша киң йәмәғәтселеккә таныта. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында махсус репортаж эфирға сыҡҡас егеттәрҙең тормошонда етди үҙгәрештәр башлана.
2021 йылдың ноябре, ихатала ҡар ята башлаған. Ҡунаҡҡоловтар өсөн иң мәшәҡәтле осор башлана. Сөнки ыжғыр бурандарҙа тышҡа бәҙрәфкә йөрөү гүр ғазабына тиң, бер сығып инеүгә өс сәғәт тирәһе ваҡыт китә, инвалид коляскаһында көрәк менән ҡарҙы таҙартып барырға тура килә.
Тағы ла бер проблема - һыу, Ҡунаҡҡоловтар тәүҙә һыуҙы йылғанан, артабан ҡоҙоҡтан ташыта, көн дә тиерлек тәҙрә аша үтеп барған кешене ҡарауылларға, үтенергә тура килә. Ихата эсендә скважина ҡаҙҙырғас та һыуҙы өйгә сүмесләп тиерлек индерәләр.
Һыу ашарға бешерергә лә, йыуынырға ла кәрәк. Егеттәр мунсаны ла ураған һайын яға. Урамда коляскала, өйҙә имгәкләп йөрөү көстө ала, тирләтә, салбарҙар ҙа тиҙ керләнә.
Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона хәҙер һыу ҙа, канализация селтәре лә үткән. Проблема Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция башланғас үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа юлланған Азат Бадранов ярҙамында хәл ителә. Азат Шамил улының ҡушыуы буйынса Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы егеттәргә йыуыныу бүлмәһе эшләй. Азат Бадранов эш тамамланғас шәхсән килеп егеттәрҙең хәлен дә белде.
Кер йыуыу машинаһы Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған курсташым, эшҡыуар Филүс Үтәгәновтың бүләге. Заман техникаһын Ҡунаҡҡоловтар «уңған килен» тип кенә йөрөтә, ул егеттәрҙең тормошон күпкә еңеләйткән.
Ҡунаҡҡоловтар йыл һайын өйгә, мунсаға яғырға 6-7 йөк утын һатып ала. Көстәре еткәндәй түмәрҙәрҙе егеттәр үҙҙәре яра, йыуан йәки ботаҡлыларын ярырға кеше яллай. Утынды әҙерләү генә түгел, эскә индереп алыу ҙа мең бәлә тыуҙыра. Егеттәр ағасты берәмләп тигәндәй ташый. Коляска менән ҡар йырып йөрөүе лә ауыр, берҙән аяҡ тайып бара, икенсенән ҡул туңа. Ә ҡыш мейесте ураған һайын яғырға тура килә, өйҙө лә һыуытмаҫҡа, ашарға бешерергә лә кәрәк.
Быйыл Ҡунаҡҡоловтарҙың йорто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Газ үткәреүгә әҙерлекте беҙ былтыр башланыҡ. Тәүҙә ер участкаһы, өйҙө теркәнек, документтарҙы тәртипкә килтерҙек. Сөнки йортто егеттәр үҙ көстәре менән 5 йыл элек һалыуға ҡарамаҫтан, бар мөлкәт 15 йыл элек мәрхүм булған аталарының исемендә була. Идиә Ғәлимованың ярҙамы менән йорт һәм ер участкаһы суд аша егеттәр исеменә күсерелде.
Йортҡа газ уртаҡ көс, миһырбанлы кешеләрҙең ярҙамы менән индерелде. Ойоштороу эшен Әбйәлил эшҡыуары Айтуған Фәттәхов үҙ өҫтөнә алды, Социаль селтәрҙәрҙә тейешле сумма тупланғандан һуң Айтуған йыйылған аҡсаға газ плитәһе, ҡаҙанлыҡ, радиатор, торбалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һатып алып Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона уҡ килтереп ҡуйҙы. Төҙөлөш эштәрен егеттәрҙең ауылдаштары башҡарып сыҡты, улар бушлай төкәтмә лә эшләйүне, бер юлы өйгә ремонт та яһаны.
Иң ҡыуанғаны Гөлфиә, сәйе лә тиҙ ҡайнай, аш -һыуы ла һә тигәнсе бешә. Газды йәй булһа ла тоҡандырып алалар, һыуыҡ иҙәндә имгәкләп йөрөү тубыҡтарҙы һыҙлата.
Үҫмер сағында уҡ аяҡтан яҙыуға, инвалид коляскаһында хәрәкәт итеүгә ҡарамаҫтан Ҡунаҡҡоловтарҙың иң кесеһе Рәфистең 1-се төркөм инвалидлығы булмаған. Сөнки медицина тикшереүе үтеү өсөн Өфөгә республика дауаханаларына йөрөү, райондан йүнәлтмә юллау шарт. Ә Йәнекәй ауылы үҙәктән 75 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Рәфискә башҡалаға барырға транспорт менән Әбйәлил районы хакимиәте ярҙам итте. Республика медицина-генетика үҙәге табиптары пациентҡа 1-се төркөм инвалидлығы бирергә тигән ҡарар сығарҙы.
Район үҙәгенең алыҫлығы, дауаханаға йөрөй алмауҙары тағы ла бер проблеманы тыуҙыра. Егеттәргә ИПРа, йәғни инвалидтарҙы шәхси реабилитациялау йәки абилитация документы тултырылмай. Һөҙөмтәлә Ҡунаҡҡоловтар колясканы һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙ иҫәбенә һатып алырға мәжбүр була.
Ағалы-ҡустылы өс туғанға район үҙәге дауаханаһында медицина тикшереүе үтергә Идиә Ғәлимова ярҙам итте. Башҡортостан Хөкүмәте, Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәренең булышлығы менән Ҡунаҡҡоловтар бушлай инвалид коляскаларына һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға сиратҡа ҡуйылды. Өфөгә беҙҙең саҡырыу буйынса сәйәхәткә егеттәр өр-яңы коляскаларҙа килде. Фәиз, Рәфис, Рафиҡ менән Гөлфиә баш ҡаланың тарихи урындарында булды, Милли музейҙың экспозициялары менән танышты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Бәхет хаҡы» спектаклен ҡараны. Иң иҫтәлекле мәл- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Исмәғилев менән осрашыу. Билдәле режиссер егеттәргә үҙенең гармунын бүләк итеп һөйөндөрҙө. Рәис Абдрахман улы тапшырыу эфирға сығыу менән Ҡунаҡҡоловтарға кеҫә телефоны ла алып биргәйне.
Телефон тигәндән тәүге махсус репортажды төшөргәндә Ҡунаҡҡоловтар сенсор телефон хаҡында хыялланыуын белдергәйне. Егеттәрҙең теләге ҡабул булды. Был хыялды Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина менән Рәис Исмәғилев тормошҡа ашырҙы.
Өйгә заманса ремонт яһалған, бар уңайлыҡтар эстә, реабилитация саралары, документтар, инвалидлыҡ менән бәйле проблемалар хәл ителгән. Ҡунаҡҡоловтар ике йыл эсендә тормоштарының ҡырҡа үҙгәреүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әммә улар донъя теүәлләнде тип ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Ҡунаҡҡуловтарҙың уртансыһы Рафиҡтың үҙ ғаиләһе. Ул тормош иптәше менән яңы йортҡа күсергә әҙерләнә. Егеттәр ихата эсендә бура күтәреп башын ябып ҡуйған. Башҡортостан урман хужалығы һәм Әбйәлил урмансылығы төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте. Көҙҙән ҡалмай өй туйлайбыҙ, ғаиләнең үҙ мөйөшө булырға тейеш, ти Рәфис.
Ҡунаҡҡоловтар тормошондағы ыңғай үҙгәрештәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы бер тапшырыу һөҙөмтәһе. Һүҙҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. Ул - тау-даръялар аҡтарырға һәләтле. Әммә һүҙең ошо көскә эйә булһын өсөн журналист артында изге башланғыстарҙы күтәреп алырҙай йәмғиәт, халыҡ торорға тейеш. Бер көс булып. Ә тормош үҙе изге күңелле, миһырбанлы кешеләре менән матур. Был хәҡиҡәттең ысынбарлығын Ҡунаҡҡоловтар хәҙер яҡшы аңлай. Егеттәр республика халҡы өсөн һынмаҫ рух өлгөһө булһа, улар үҙҙәре лә йәшәүгә көс-ҡеүәтте тыуған төйәгенән, кешеләрҙән ала.
Ҡунаҡҡоловтарҙың йортон хәҙер танырлыҡ та түгел, өйгә зәңгәр яғыулыҡ та, һыу ҙа, канализация селтәре лә үткән. Ә иң мөһиме ағалы-ҡустылы өс туғандың йәшәүгә дәрте, ынтылышы көсәйгән. Хәҙер улар тағы ла матурыраҡ итеп донъя көтөргә тырыша, тирә-йүндәгеләрҙең ышанысы, ярҙамы егеттәрҙе яңы уңыштарға ҡанатландырған.
Рәмзиә Кәримова