Радий Хәбиров мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәре менән осрашты

Радий Хәбиров тәрбиә һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор кәңәшселәре менән осрашты. Республиканың төрлө төбәктәренең мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән асыҡ әңгәмә «Патриот» хәрби-патриотик паркында үтте. Һорау-яуап форматындағы осрашыуҙы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова ла күҙәтте.

1 сентябрҙән федераль проект сиктәрендә Башҡортостанда «Бала саҡ навигаторы» проекты тормошҡа ашырыла. Төбәктә кадрҙар резервын булдырыу өсөн «Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге» нигеҙендә тәрбиә буйынса директор ярҙамсыһы вазифаһына һайлап алыу туры ойошторолған. Уның һөҙөмтәләре буйынса «Тәрбиә һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор кәңәшсеһе» вазифаһына 2 меңгә яҡын кеше һайлап алынған, улар махсус уҡыуҙар үткән.

Был проект Башҡортостандың 1022 мәктәбендә тормошҡа ашырыласаҡ, яңы уҡыу йылынан 1114 кәңәшсе эш башлай.

Кәңәшселәр эшмәкәрлегенең маҡсаты:

  • Үҫмерҙәрҙе социаль-файҙалы эшмәкәрлеккә адреслы йәлеп итеү
  • Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм проекттарында ҡатнашыусылар һанын арттырыу
  • Ата-әсәләрҙе белем биреү ойошмаларының тәрбиә эшенә йәлеп итеү.

2023 йылдың 1 сентябренән кәңәшселәр үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостандың 86 профессиональ белем биреү ойошмаһында башлай, унда шулай уҡ Берҙәм ғәмәлдәр көндәре тормошҡа ашырыла, тәрбиә мөхите булдырыла, йәмәғәт ойошмалары проекттарында һәм йәштәр йүнәлешендәге сараларҙа ҡатнаша.

Лилиә Мәҡсүтова