Өфөлә «Беҙ хәүефһеҙлек өсөн» тип исемләнгән форум уҙғарылды

Бөгөн ике сәғәт эсендә республиканың һыу объекттарында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ осраҡтар Сибай ҡалаһы һәм Дүртөйлө районында теркәлгән. Ике осраҡта ла ир-егеттәр рөхсәт ителмәгән урында эскән килеш һыу ингән. Әле оператив-тикшереү саралары уҙғарыла. Статистикаға күҙ һалһаҡ, йыл башынан йылға-күлдәрҙә һәләк булыусылар утыҙҙан ашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында балалар ҙа бар. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау маҡсатында Өфөлә «Беҙ хәүефһеҙлек өсөн» тип исемләнгән форум уҙғарылды.

Күләмле сара һыу объекттарында граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналды. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан халыҡты иҫкәртеүсе саралар комплексы билдәләнгән, даими рәүештә рейдтар уҙғарыла. Быйыл Башҡортостанда махсус йыһазландырылған 143 пляж асылған. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса киләһе йыл уларҙы ике йөҙгә еткереү ҡаралған. Форум барышында туристик төркөмдәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре лә күтәрелде.

Форум сиктәрендә Ағиҙел йылғаһы ярында интерактив майҙансыҡтар эшләне. Ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйылды, һыу объектында күрһәтмә сығыштар булды. Белгестәр балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында аңлатыу эше алып барҙы.