Башҡортостанда йәшәүсе 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк

Башҡортостанда йәшәүсе 70 пар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк. Наградалар тапшырыла башланы ла инде. Тәүгеләрҙән булып бөгөн алтын туйҙарын билдәләүсе Зөһрә һәм Хәтмулла Вәлирахмановтар тәбрикләнде. Ярты быуат бергә йәшәүсе ғаилә менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Теүәл 50 йыл элек төшөрөлгән ҡәҙерле фотоһүрәттәр. Унда бер - береһе менән әле өс ай ғына таныш булған Хәтмулла Абдулла улы менән Зөһрә Хәләф ҡыҙының гөрләп үткән туйҙарының бер мәле сағылған.

Төҙөлөш өлкәһе ветерандары Өфөләге күпселек биналарҙың «авторҙары». Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Республика Профсоюздар йорто, «Ләлә» мәсете, «Аҡбуҙат» ипподромы, Салауат Юлаев майҙанындағы фонтандар комплексы һәм башҡа мөһим объекттар тап Вәлирахмановтар ғаиләһе ҡатнашлығында ҡалҡып сыға. Ләкин уларҙың иң оҙайлы һәм ҡиммәтле төҙөлөшө - ул ғаилә усағы. Бәхетле атай-әсәй, хәҙер инде олатай-өләсәй булған Вәлирахмановтар мөхәббәтте ғүмер буйы үткәреү ауыр түгел, иң мөһиме - бер-береңә сабыр булыуҙа, ти.

Иңгә-иң терәшеп тормош көткән ғаиләне Ленара Иванова тәбрикләне. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры юбилярҙарға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы. Ысынлап та, мөхәббәт һәм тоғролоҡ менән генә ярты быуат бергә йәшәргә мөмкин.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан бирелгән миҙалда байрам символдары кенәз Петр менән Феврония һындары төшөрөлгән. Йәш ғаилә Анна менән Александр Ҡотлояровтар ҙа тормош юлын лайыҡлы үтергә, һәр саҡ бергә булырға ант биреште. Улар Өфөнөң Киров районы ЗАГСында теркәлгән меңенсе ғаилә.

Бүләккә муллыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ билдәһе - самауыр. Йәш ғаиләне «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте тәбрикләне.

Йәш парҙар мөнәсәбәттӘрен рәсмиләштереү өсөн матур байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн һайларға ашыға. Өфөнөң Киров районы ЗАГСында иртәгә, 8 июлдә киске сәғәт биштә яңы ғаилә барлыҡҡа киләсәк.

Әлфинә Килдейәрова