Мобилизацияланған яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы «Өфө - Арена» спорт һарайы алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, яҡындары, туғандары һәм дуҫтары оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Улар ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына ялға ҡайтһа ла, ярайһы уҡ эш башҡарып өлгөргән. Өй мәшәҡәттәрен яйға һалып та, балаларға батырлыҡ дәрестәрендә Рәсәйҙең махсус хәрби операцияла үтәгән бурыстарын да аңлатҡан. Ләкин иң мөһиме яугирҙар ошо көндәрҙе яҡындары, туғандары менән бергә үткәргән.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң хәрби һыҙыҡҡа юлланыусылар иртәнге сәғәттәрҙә үк «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенә йыйыла башланы. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙҙең туғандары ла бар. Ольга Паршина улына гуманитар йөк ебәрә. Сумкаларҙа маскировка селтәрҙәре һәм өй күстәнәстәре.

Минең улым әле махсус хәрби операцияла. Инде туғыҙынсы ай китте. Майҙа отпускаға ҡайтып киткәйне. Әле дуҫтары ялға ҡайтты. Улар аша улыма үҙе һораған кәрәк-яраҡ әйберҙәр ебәрәм. Тоҡтар билдәләнгән, ҡулына тапшырырбыҙ тинеләр.

Ольга Паршина, яугирҙың әсәһе

Яугирҙарға туғандары, дуҫтары менән хушлашырға ла ваҡыт бирелде. Һәр кемдең теләге бер - егеттәр иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын.

Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Батыр яҡташтарыбыҙҙы Ирек Сәғитов оҙатты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер -министры урынбаҫары яугирҙарға уңыштар теләп, хәрби бурыстарҙы намыҫлы үтәгәндән һуң, йәнә осрашырға теләне.

Төрлө район, милләт кешеләре булһа ла яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Уларҙа илһөйәрлек, тыуған илгә тоғролоҡ хистәре көслө итә.

Әлфинә Килдейәрова