Иглин районында һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторҙарының республика конкурсы үтте

Һөнәр алдынғыларын билдәләү бәйгеһе алдынғы «Агротех» һөт етештереүсе ауыл хужалығы предприятиеһы нигеҙендә ойошторолдо. Коронавирус пандемияһына бәйле ике йыллыҡ тәнәфестән һуң тергеҙелгән конкурсҡа республиканың 25 районынан гүзәл заттар килде.

Һауын апаратын тиҙлеккә һүтеп - йыйып бәйгенең беренсе этабы. Оҙаҡ йылдар оператор булып эшләгән гүзәл заттарға был һынау еңел бирелә. Шулай ҙа операторҙар тулҡынлана. Конкурстың беренсе өлөшөндә теоретик белем дә тикшерелде.

Бәйге майҙаны итеп юҡҡа ғына «Агротех» хужалығы һайланмаған. Ауыл хужалығы предприятиеһында ике машина менән һауыу линияһы ҡуйылған, былтыр ике робот һатып алынған.

Һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторҙарының республика конкурсы быйыл 45 - се тапҡыр үткәрелә. Коронавирус пандемияһы арҡаһында бәйге ике йыл рәттән үткәрелмәй. Быйыл бәйгегә республика хужалыҡтарынан 29 ҡатнашыусы килде.

Бәйгенең өсөнсө өлөшөндә һыйырҙарҙы машина менән һауыу буйынса практик өлөш үткәрелде, унда санитар әҙерлек һәм һауылған һөттөң таҙалығы баһаланды.

Һыйырҙарҙы машина менән һауыу операторҙары араһында һөнәр алдынғыһы республика конкурсында өсөнсө урынға - Яңауыл районынан Алефтина Николаева лайыҡ булды. Икенсе урынға Ейәнсура районынан Зилә Вәлиева сыҡты, беренслекте Дүртөйлө районының «Шишмә» ауыл хужалығы предприятиеһынан Гөлназ Чернышова яуланы.

Киләһе йыл бәйге еңеүсенең тыуған төйәгендә -Дүртөйлө районында үтәсәк.

Лилиә Мәҡсүтова