Улар өсөн тәү сиратта самолет! «Первушин» аэродромында бәләкәй авиация слетының икенсе көнө сағыу һауа сығыштарына бай булды. Даими ойошторолған байрам күләме йылдан-йыл киңәйә. Быйыл һауаны үҙ итеүселәр осрашыуына илдең төрлө ҡалаларынан 50-нән ашыу пилот килгән.
Күккә ретро һәм заманса аппараттар күтәрелеп, халыҡ өсөн юғары пилотаж элементтары тәҡдим ителде. Теләгән һәр кем самолеттар янына килеп, тимер ҡош менән яҡындан таныша алды. Парашют менән һикереүселәр сығышы ла байрамдың иң сағыу өлөшөнә әүерелде.