Байым ауылы янындағы Ҡыҙыл ярҙа “Ер ҡото” тип аталған республика этнофестивале үтә. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған сара был юлы халыҡ-ара кимәлдә ойошторола. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, этнофестивалгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары саҡырыла.