Республика Милли музейында Эльза Ҡотлобаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды

Республика Милли музейында Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы һәм Башҡортостан рәссамдары союзы ағзаһы, культуролог Эльза Ҡотлобаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға ҡуйылған картиналарҙа «Урал батыр» эпосы культына тиклем башҡорттарҙың боронғо донъяға ҡарашы сағылдырылған. Ижади эштәрҙең сюжеттары боронғо кешеләр күҙаллауы буйынса Ер шарының барлыҡҡа килеү тарихын күрһәтә.