Ғүмәров урамында урынлашҡан ағас йорттарҙың береһендә янғын сыға. Утты һүндергәндән һуң, ҡотҡарыусылар 49 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен таба. Урында янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башланған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.
Быйыл Башҡортостанда 6 меңдән ашыу янғын булған. Утта 155 кешенең ғүмере өҙөлгән, 140 кеше йәрәхәтләнгән.