Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе эскелеккә бәйле. Үткән ял көндәрендә һыуҙа 9 кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр Дүртөйлө, Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Кушнаренко, Иглин, Салауат райондарында, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында теркәлгән. Шаһиттар әйтеүенсә, һәләк булған өлкәндәрҙең барыһы ла иҫерек булған. Батыусыларҙың күбеһе рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән.