«Первушин» аэродромында бәләкәй авиация слеты үтте

Башҡортостанда иң өлкән пилотҡа нисә йәш? Һауа киңлеген яулаған ҡатын-ҡыҙ пилоттар ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? «Первушин» аэродромында үткән бәләкәй авиация слеты Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан осоусыларҙы берләштерҙе. Пилоттарҙың һәм парашют менән һикереүселәр сығыштары байрамда ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ. Юғары пилотаж элементтарын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла күҙәтте.

Штурвал артында ул өсөнсө йыл ғына, ә бына тәүге тапҡыр 45 йәшендә ултырған. Әлегә шәхси самолеты юҡ, әммә был киләһе маҡсат. Бөгөн уның ҡанатлы юлдашы - «Саванна» исемле осоу аппараты. Һауаға тәүгә күтәрелгәс тә ғашиҡ була. Роза Богомаз тәүге һөнәре буйынса музыкант, әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, летчик булыу - хобби. Хатта биҙәүестәрендә лә уның бәләәкй самолет һындары ялтырай.

Бөгөн һауала ҡатын-ҡыҙҙар күп, ә бына пенсия йәшендәгеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Салауат Мөхәмәтйәнов бөтә ғүмерен летчик һөнәренә бағышлаға. АН-2, ТУ-154, АН-24 кеүек бер нисә тимер ҡош алмаштырған. Бөгөн 67 йәшлек уҙаман һауала дельтолётта елдерә. Дельтопландан айырмалы, аппарат двигателдә эшләй. Тәүгеһе өсөн елле һауа торошо мотлаҡ булһа, дельтолет өсөн ҡаршылыҡ. Аппарат менән менән идара итер өсөн беләктә көс талап ителә.

Раритет һаналған Як-12, СК-12, «Танго» автожиры - «Первушин» аэродромы һауаһына 50-нән ашыу осоу аппараты күтәрелде. Байрамда ҡатнашыусылар юғары пилотаж элементтарын ҡарап һоҡланды. Төрлө моделле самолет-вертолеттар һауаға атыла һәм бейеклектә ҡатып ҡалғандай тойола. Ҡайһы бер осоусылар хатта, двигателен һүндереп маневрҙар яһарға тәүәкәлләй.

Шулай ҙа штурвал артындағының да оҫталығы мөһим. Ә оҫталар бында күп. Пилоттар илдең төрлө ҡалаларынан килгән. Уларҙың сығышын хис-тойғоһоҙ ғына күҙәтеү мөмкин түгел.

Байрам күләме йылдан-йыл киңәйә. Бында төрлө ерҙән, төрлө йәштәге халыҡ йыйыла. Әммә пилоттарҙы ла, байрамда ҡатнашыусыларҙы ла бер һыҙат - һауаға, юғарыға ынтылыу берләштерә.

Рәзилә Ғиниәтуллина