Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә республика халҡын йәйге селләлә һаҡ булырға саҡырҙы

«Көндәр бик ныҡ эҫе тора. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ҡояшта янып ҡуймағыҙ. Һыу ингәндә лә һаҡ булығыҙ», - тип яҙған Республика Башлығы.

Гидрометеорология һәм мөхит мониторингы буйыса федераль хеҙмәт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һауа температураһы 39 градусҡа тиклем күтәрелә.