Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһы 32 градустан юғары булған осраҡта, асфальт менән ҡапланған юлдар буйынса йөк машиналарына хәрәкәт итеү тыйыла. Сикләү пассажирҙар йөрөтөү, аҙыҡ-түлек ташыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе, авариялар эҙемтәләрен юҡ итеүгә йәлеп ителгән автомобилдәргә ҡағылмай.