Троицкиҙа «Мәжит Ғафури юлдары буйлап» тип исемләнгән арт-пленэр тамамланды

Аҙна дауамында барған сарала Силәбе, Магнитогорск ҡалалары һәм Башҡортостан рәссамдары Троицкиҙың тарихи-мәҙәни объекттарын картиналарға төшөрҙө. Был юлы семинар Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тормошона һәм ижадына арналды. Рәссамдар Мәжит Ғафуриҙың биографияһы менән яҡындан танышып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ижади тәжрибәләре менән дә бүлеште. Картиналар Троицкиҙың крайҙы өйрәнеү музейына тапшырылды.