Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Гәрәбаш ауылында ағалы-ҡустылы йәшәгән йортта ут сыҡҡан. Йоҡлап ятҡан ирҙәр мини-сирена тауышына уянып ут ялмаған йорттан тышҡа сығып өлгөргән. 2018 йылдан янғын иҫкәрткән датчик ярҙамында 975 кеше ҡотҡарылған. Мини-сирена ҡайһы бер кешеләргә бушлай таратыла.