Бөгөн Екатеринбург ҡалаһында «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асыла

Ул Рәсәйҙең төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙаны һанала. Мәртәбәле сараға Рәсәйҙән тыш, 35 сит ил вәкилдәре саҡырылған. Башҡортостан делегацияһын республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Күргәҙмә барышында сәнәғәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса рейтинг иғлан ителә. Уҙған йыл беҙҙең республика беренсе урын алды.