Махсус хәрби операция биләмәһенә йәнә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

25 кубометр ағас, бер тонна эсәр һыу һәм пилотһыҙ осоу аппараттары - ярҙам яҡташ хәрбиҙәрҙең командирҙары мөрәжәғәттәре нигеҙендә төҙөлгән. Блиндаж эшләү өсөн урман материалдары Дыуан районында әҙерләнгән. Бынан тыш, ылауҙа генератор, бензобысҡы, рабица селтәре, уаз автомобилдәре лә бар. Ылау 7 йөк машинаһынан тора, водителдәр 2 мең саҡрым самаһы юлды 2 тәүлектә үтергә ниәтләй.

Ылау Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланған. Гуманитар ярҙамды йыйыуҙа Башҡортостан хөкүмәте, Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары менән бер рәттән республика халҡы, эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнашҡан.

Гуманитар ылауҙа хәрбиҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәр - ағас материалдарынан алып юғары технологиялы техникаға тиклем бар, тепловизер, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм башҡалар. Дөйөм көс менән бер нисә подразделение өсөн ярҙам йыйылды.

Александр Лопухов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары