Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә 2022 йыл һөҙөмтәләре иғлан ителде. Форумда Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ҡатнаша. Рейтингта беренсе-икенсе урындарҙы Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе бүлеште. Быға тиклем беҙҙең республика ике йыл рәттән беренсе булып килде. Радий Хәбиров сәнәғәт ойошмалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИҡтисад фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Азат Йәнгиров әйтеүенсә, рейтингта тәүге өсәү араһында булыу ҙур ҡаҙаныш һәм юғары баһа.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан автомобиль бензины, сода, быяла етештереү, автомобиль тағылмалары сығарыу буйынса илдә беренсе урында килә. Быйыл 5 ай һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәттә етештереү 5 процентҡа артҡан.