17 июлдә Рәсәй Геройы Александр Доставаловҡа 60 йәш тулыр ине

Ҡаһармандың тыуған көнө уңайынан Башҡортостан Милли музейы “Батырҙар халыҡ хәтерендә” тип аталған флешмоб иғлан итте. Унда ҡатнашыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хуплау һүҙҙәре һәм изге теләктәр әйтелгән видеомөрәжәғәт төшөрөргә кәрәк. Материалдар социаль селтәргә урынлаштырылырға тейеш. “Александр Доставалов беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыйыулыҡ, батырлыҡ өлгөһө булып тора”, - ти уның исемен йөрөткән батальон яугирҙәре.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт