«Ебәк юл» халыҡ-ара раллиҙың дүртенсе этабы бөгөн Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге аша Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары аша үтә. Баймаҡ районы Сосновка ауылында туҡталыш яһаған ралли-рейдта ҡатнашыусылар хаҡында киләһе сюжетта.
«Ебәк юл» халыҡ- ара ралли Башҡортостанда тәүге тапҡыр 2016 йылда үтә. Йыл да уның маршрутының яңырып тороуы- автомотоспорт ярышының төп үҙенсәлеге. «КАМАЗ- мастер» командаһы уҙышсыһы Эдуард Николаев өсөн был ралли беренсеһе түгел. Спортсмен төрлө йылдарҙа «Ралли Дакар»автоуҙыштарында ҡатнашып биш тапҡыр еңеү яулауға ирешә.
Раллиҙа ҡатнашыусылар һаны-20 ашыу илдән 750 кеше. Тәжрибәле автоуҙышсылар менән бергә үҙ көстәрен тәүгә һынап ҡараусылар ҙа бар. Миәс ҡалаһындағы»Урал» автозаводының «Урал мотор спорт» командаһы был сараға ҡеүәтле машинаны бер йыл дауамында әҙерләй, әле команда уңышлы ярышып килә.
Автоуҙышсылар мотоциклдар, квадроциклдар, багги, йөк машиналары, юлһыҙ ерҙәргә тәғәйен автомобилдәр Ҡазан -Өфө-Мәскәү маршрутын 9 көндә үтәсәк. Быйыл халыҡ-ара ралли маршрутының оҙонлоғо 5 мең саҡрымдан ашыу.