Башҡортостанда 132 гектар майҙанда 5 урман янғыны теркәлгән

Белорет районында Үҙән, Туҡан, Шығай ауылдары янында, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында  һәм  Ғафуриҙа Татар Һаҫыҡкүле ауылы эргәһендә  урман яна. Утты һүндереүгә 35 берәмек техника, шул иҫәптән КА-32 вертолеты, 100-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. “Ут таралыуға юл ҡуйылмай, ауылдарға хәүеф янамай”, - тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан. Башҡортостанда йыл башынан 122 урман янғыны булған.