«Рәсәй һылыуҡайы» конкурсында ике башҡорт ҡыҙы Гран-приға менән беренсе урынға лайыҡ булды

Күләмле бәйге Мәскәүҙә бөйөк модельерҙар Вячеслав Зайцев менән Пьер Карден иҫтәлегенә ойошторолған «Beauty Russia 2023» матурлыҡ, мода һәм таланттар фестивале сиктәрендә үтте. Тажға Рәсәй төбәктәренән 110 ҡыҙ дәғүә иткән.

Ҡатнашыусылар милли кейемдә, киске күлдәктә һәм спорт кейемендә сығыш яһаған. Беренсе урын яулаған яҡташыбыҙ Шишмә районынан Гөлназ Мәжитова Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алһа, Гран-при енеүсеһе Эмилия Байдәүләтова - Өфө фән һәм технологиялар университетында иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә, матурлыҡ һәм имидж мәктәбендә эшләй. Әйткәндәй, быйыл көҙ ул Башҡортостан һәм Рәсәй данын Төркиәлә үтәсәк «Донъя һылыуҡайы»нда яҡлаясаҡ.