Күңелһеҙ осраҡтар баш ҡаланың Киров районынан тыш, барлыҡ райондарында ла теркәлгән. Шулай уҡ насар һауа шарттарынан 12 автомобль зыян күргән, 30 осраҡта ағастар электр линияларына ауған. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы синоптиктар мәғлүмәттәренә таянып, бөгөн дә республикала елдең тиҙлеге урыны менән секундына 23-28 метрғаса көсәйеүе тураһында иҫкәртә.