Фәнни эштәр өсөн яңы ҡорамалдар

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусына яҡын киләсәктә Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораториялары күсенә.

Заман менән бергә атлау өсөн университет уникаль ҡорамалдар һатып алған. Шуларҙың береһе юғары теүәллекле микроскоп. Уның ярҙамында яңы материалдар үҙенсәлектәрен өйрәнеү, туҙыуға сыҙамлы япмалар проблемаларын асыҡларға мөмкин.

Ҡоролмала әле биомедицинала киң ҡулланылған һәм операциянан һуң организмға һеңгән магний иплантын ентекләп өйрәнергә була. Лаборатория асыштары авиация техникаһы, машиналар эшләү һәм энергетика өсөн технологияларҙы проектлау өлкәһендә киң ҡулланыла.

Лабораторияның төп бурысы индустриаль партнерҙарҙы заманса фәнни, иҡтисади отошло технологиялар менән тәьмин итеү, импортты алмаштырыуға булышлыҡ итеү. Шулай уҡ беҙҙә студенттар фәнни эш алып барыу менән бер рәттән эшкә урынлашыу, аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә.

Григорий Дьяконов, Өфө фән һәм технологиялар университетының күп функциялы материалдар лабораторияһы мөдире