Республика сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Башҡортостан Башлығы «Иннопром» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында «ФедералПресс» мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе.
«Яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сауҙа әйләнәше арта. Ул 1 миллиард ярым долларға етте. Бында импорт һәм экспорт юғары. Беларусь бик күп көнбайыш компанияларына лайыҡлы алмаш.
Был республика беҙҙең өсөн төп партнерҙарҙың береһе. Үзбәкстан менән бәйләнештәр нығый. Ҡаҙағстан менән йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Ҡытай, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген астыҡ», - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. Интверьюның тулы вариантын Башҡортостан Башлығы сайтында уҡырға була.