Өфө районының Зубов ауылы халҡы һыу булмауына зарлана

Үҙәк торбаларҙан һыу йорттарға көнөнә ике тапҡыр - иртән һәм кис ебәрелә. Әммә баҫым түбән булыу сәбәпле, ул ҡайһы бер өйҙәргә бөтөнләй барып етмәй тип билдәләй урында йәшәүселәр. Өфө районы хакимиәте мәсьәлә менән хәбәрҙар. Ауыл халҡын тейешле кимәлдә һыу менән тәъмин итеү өсөн әле районда ике яңы скважина быраулана. Ул тәүлегенә 1 мең кубометр һыу һурҙырыр тип көтөлә. Яҡтар фекерен БЮТ ижади төркөмө тыңланы.

Билдәләнгән графикҡа ярашлы, һыу таңғы сәғәт 6-нан төшкө 1-гә тиклем үҙәк торбаларҙан йорттарға ебәрелергә тейеш. Ысынында иһә ул иртәрәк һүндерелә тип билдәләй Зөлфиә Ғәлина. Кранда һыу булмағас пенсионер эсәр һыуҙы һатып алырға мәжбүр. Крандан биҙрәләргә йыйылғаны көндәлек мәшәҡәттәр өсөн тотонола

Әкрен генә аға, йыуынып та булмай, кер ҙә йыуып булмай, бер нимә лә эшләп булмай. И опять, 9 һуң уже аҡмай иртәнгә хәҙәрем. Иртән сәғәт 6 тороп йыуып өлгөрөргә була.

Селләлә һыуһыҙ интеккән халыҡ Зубов ауылы советы бинаһы алдына йыйылды. Мәсьәлә йыл да йәйге осорҙа киҫкенләшә, әммә тулыһынса хәл ителмәй. Бынан тыш, көндәр ҡоро тороу сәбәпле, янғын сығыу хәүефе арта тип хафалана урында йәшәүселәр.

Ҡурҡыныс конечно, йорт янда күптән түгел, йәй етһә шундай проблема, тиҙҙән яңы скважина обещать итәләр

Кәрим Саматов, Зубов ауылында йәшәүсе

Өфө районы хакимиәте һыу мәсьәләһе ошо аҙнала уҡ хәл ителә тип билдәләй. Әле Ольховое ауыл биләмәһендә 20 саҡрым тәрәнлектәге ике скважина ҡаҙылған, улар торбаларға тоташтырыла. Ҡоролманың берәүһе тәүлегенә 1 мең кубометр һыу һурҙырыр тип көтөлә.

Был проблеманы беләбеҙ, бөгөн өҫтәмә скважинаны сафҡа индереү процесы бара. Дөйөм алғанда 4 яңы скважина файҙаланыуға тапшырыла, 14 июлдә һыу тәьминте яйға һалынасаҡ.

Рәмил Аҙнағолов, Зубов ауылы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Ауыл хакимиәте урында йәйге осорҙа һыу мәсьәләһе киҫкенләшеүен уны ҡулланыусылар һаны өс тапҡырға артыу менән бәйләй, бынан тыш, күптәр баҡсаға һыу һибә, бассейндарын тултыра. Яңы скважиналар ауылда һыуға булған ҡытлыҡты хәл итер тигән өмөт бар.

Лилиә Мәҡсүтова