Ростов өлкәһенең М. Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусылары Башҡортостанда йәйге ялын уҙғарҙы

Тәүмаҡсат - илһөйәр быуын тәрбиәләү. Ростов өлкәһенең Обливский районында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусылары Башҡортостанда йәйге ялын уҙғарҙы. Дәүләкән районында улар космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп сменаһында ҡатнашты. Шулай уҡ ҡунаҡтарға Өфө буйлап сәйәхәт ойоторолдо, Рәсәй геройы, легендар комдив һәйкәленә сәскә һалды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Монументаль ансамблдә ҙур хәрефтәр менән Обливская станцияһы ла уйып яҙылған. Тарихи сығанаҡтар буйынса биләмәлә көсөргәнешле алыштар булған. Ростов өлкәһенән килгән ҡунаҡтар 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы менән яҡшы таныш. Былтыр декабрҙән алып Солонецкий утары мәктәбе Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Белем усағы уҡыусылары Өфөгә килеп, ҡаһарман яҡташыбыҙ һәйкәленә сәскә һалды.

Былтыр Ростов өлкәһендә башҡорт яугирҙарының исеме мәңгеләштерелгәйне. Обливский районы Деев утарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 12 башҡорт һалдатына таҡтаташ ҡуйылды. Тантаналы сарала яугирҙарҙың туғандары ла ҡатнашты, яҡташтарыбыҙ Солонецкий мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, уларҙың илһөйәр, көслө рухлы булыуын иҫтә ҡалдырған.

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендә дөйөм фотоға төшкәндән һуң ҡунаҡтар Башҡортостандың Милли музейына экскурсияға саҡырылды.

Ошонда уҡ Башҡортостан башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы һәм төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы етәкселеге, йәш шайморатовсылар менән осрашыу уҙғарылды.

Башҡортостанда беҙҙе йылы ҡабул иттеләр. Айырыуса Милли музей буйлап ойошторолған экскурсия, түңәрәк өҫтәл онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шулай уҡ беҙҙең белем усағына республика башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт Хаты ла тапшырылды. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә алып барылған дөйөм эш һөҙөмтәһе.

Лариса Дмитриева, М. Шайморатов исемендәге Солонецкий утары мәктәбе психологы

Солонецкий мәктәбенән яҡшы билдәләргә өлгәшкән ике уҡыусы космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәп сменаһында ҡатнашты. Күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, хәрби-патриотик, мәҙәни-спорт саралары үҫмерҙәрҙең күңелен арбаны. Ростов өлкәһенә ҡайтыр алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһын күреү үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға.

Музейға экскурсия барышында башҡорт халҡының йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте тураһында күп мәғлүмәт белдем. Өфө ҡалаһы бик матур, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Шулай уҡ аэрокосмик мәктәп урынлашҡан биләмә тәбиғәте лә һоҡландырҙы. Бында тағы ла килермен тип ышанам.

Анна Ломоносова, М. Шайморатов исемендәге Солонецкий утары мәктәбе уҡыусыһы

Ростов өлкәһенән Башҡортостанға йәйге ялға килгән мәктәп уҡыусылары Өфөнөң иҫтәлекле урындары Салауат Юлаев майҙаны, Дуҫлыҡ монументында ла була. Шулай уҡ уларға археология һәм этнография музейына экскурсия ойоштороу ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина