Башҡорт археологик экспедицияһы Подымалов-1 ауылы биләмәһендә Һикеяҙ йылғаһы эргәһендә дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенгең Телеграм-каналында билдәләүенсә, ҡаҙыныуҙар барған урын Башҡортостандағы иң ҙур алтын урҙа биләмәһе булған. Ғалимдар мәғлүмәттәренә ярашлы, биләмә ошо осорға ҡараған башҡа билдәлерәк үҙәктәр менән бер рәттә тора.
Һуңғы табыштарҙың береһе - урта быуат оҫталары ҡойған мәғдән ҡалдыҡтары булған тимер борғо. Тағы ла бик күп биҙәүестәр, шул иҫәптән эшләнеп бөтмәгән тегеү һәм башҡа әйберҙәр эшләү ҡорамалдары, ярымзатлы таштар табылған. Былар барыһы ла был урында эре кәсепселек һәм етештереү үҙәге булыуын дәлилләй. Көмөш тәңкәләр иһә биләмәлә әүҙем сауҙа урыны булыуына ишаралай.
Ғалимдарҙың тағы ла бер ҡыҙыҡлы һығымтаһы - был үҙәктең яңғыҙ булмауы тураһында һүҙ йөрөтөүе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә беледереүенсә, археологик ҡаҙыныу эштәре барышында бында юлдаш биләмәләр ҙә табылған. Йәғни, кешеләрҙең бай кәсепселек һәм сауҙа үҙәгенә яҡын йәшәргә тырышыуы асыҡланған. Әле археологик ҡаҙыныуҙар биләмәһендә 60-лап кеше - ғалимдар һәм төбәк юғары уҡыу йорттары студенттары эшләй. Һәр табылған артефактты улар биҙәктәре һәм башҡа деталдәрен ентекләп өйрәнеү өсөн 3Д форматҡа күсерә бара.