Иглин районында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарға мемориаль таҡтаташ асылды

Михаил Дубровин менән Эдуард Арыҫлановтың йәш айырмаһы ике тиҫтә йылға яҡын булһа ла, яҙмыштары оҡшаш. Улар икеһе лә армия сафында хеҙмәт иткән, былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителгән. Геройҙарҙы иҫкә алырға ауылдаштары, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, ветерандар йыйылды. Матәм митингы барышында Иглин һәм Нуриман райондары буйынса хәрби комиссар Вадим Дәүләтшин Эдуард Арыҫлановтың әсәһенә «Батырлыҡ ордены»н тапшырҙы. Ауылдаштар геройҙарҙы йылы һүҙ менән иҫкә алды,

Арыҫлан бик тырыш уҡыусы булды. Дәрескә һәр ваҡыт әҙер килә, йылмайып яуап бирә ине. «Ине» тип әйтеүе лә ҡыйын. Йәне йәннәттә булһын баланың. Онотмабыҙ уны, исемен һәр саҡ йөрәк түрендә һаҡларбыҙ.

Розалиә Рәхимова, Эдуард Арыҫлановтың уҡытыусыһы

Михаил Дубровин минең еҙнәм, апайымдың тормош иптәше ине. Бик алсаҡ, кешегә ярҙамсыл булды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙамға ашыға торғайны.

Юлиә Исхаҡова, Михаил Дубровиндың туғаны